Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июнь 2015, 11:39

Өфө Ҡытайҙа хәрби-тарихи туризм мөмкинлектәрен күрһәтәсәк

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфө Ҡытай Халыҡ Республикаһында хәрби-тарихи туризм мөмкинлектәрен күрһәтәсәк. Башҡортостан вәкилдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһы Хунань провинцияһының Шаошань ҡалаһында туризм өлкәһендә Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса сараларҙа ҡатнаша.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Өфөнө федераль кимәлдә әҙерләнгән хәрби-тарихи маршрутҡа индереү Башҡортостан делегацияһының төп маҡсаты буласаҡ. Маршрут Ҡытай Халыҡ Республикаһынан килгән туристарға йүнәлтелгән. Ул республиканың иҫтәлекле урындары һәм совет осоро объекттары менән танышырға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле урындарға барыу, Рәсәй һәм Ҡытай туриндустрияһы вәкилдәренең, атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһендә уртаҡ хеҙмәттәшлек буйынса симпозиумдар, презентациялар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Башҡортостандың презентацияһын үткәрәсәк.
Читайте нас: