05:21 (UTC+5), 25 Июня 2015

Рөстәм Хәмитов «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Хёндэ Мотор» компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Хёндэ Мотор» компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги менән осрашты. Яҡтар Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ компанияның республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Төбәк етәксеһе республиканың Корея компанияһы менән тулы күләмдә хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе.
«Беҙ һеҙҙең концерндың комплектлаусы һәм башҡа изделиеларҙың деталдәрен етештереү эшенә ҡушыла алабыҙ. Республикала автомобиль сәнәғәте өсөн продукция сығарған 15 предприятие бар. Атап әйткәндә, беҙҙә автомобиль сәнәғәте өсөн беркетеү деталдәре, салон интерьеры өсөн тышлыҡ материалдары сығарыла, — тип хәбәр итте республика етәксеһе. — Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ һеҙҙең корпорация менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Был беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр ине».
«Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Хёндэ Мотор» компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги Башҡортостан Башлығына һәм ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек буйынса ойоштороу комитетына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Беҙ тапшырған 232 машинаның ошо сараның рәсми автомобилдәре булыуы — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Беҙ ошо автомобилдәрҙең сифатына ҙур иғтибар бирәбеҙ. Саралар юғары кимәлдә үтер, автомобилдәребеҙ быға үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ», — тине Ку Йон Ги.
Уның һүҙҙәренсә, саммиттарҙа Equus, Genesis, i40 һәм H1 маркалы автомобилдәр йөрөйәсәк. Ә i40 моделе иһә 16 июндә генә сығарыла башлаған.
Ку Йон Ги хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәрҙе компания етәкселегенә еткерәсәген белдерҙе.
«Беҙҙең завод Санкт-Петербургта урынлашҡан. Етештереү ҡеүәте йылына 220 мең автомобиль тәшкил итә. Был завод бик уңышлы эшләй. Башҡортостан менән берләшеү өсөн мөмкинлектәр булыр, тип уйлайым», — тине «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Хёндэ Мотор» етәксеһе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берләшмәһендә рәйеслек итеүен тәьмин итеү һәм саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты тарафынан «Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Хёндэ Мотор» компанияһы менән меморандумға ҡул ҡуйылған. Hyundai маркаһы Өфөлә үтәсәк саммиттарҙың — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышының һәм БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуының рәсми автомобиле тип билдәләнде.
Саммиттар ваҡытында бөтә автотранспорт менән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы идара итәсәк. Унда ҡытай, португал һәм инглиз телдәре белгестәре йәлеп ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика