08:01 (UTC+5), 23 Июня 2015

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе «Армия-2015» форумында Су-35С өсөн двигатель тәҡдим итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәскәү өлкәһе Кубинка ҡалаһының «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәгендә үткән «Армия-2015» Беренсе Халыҡ-ара хәрби-техник форумында үҙенең продукцияһын тәҡдим итте. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Берекмә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы составында Су-35С истребителе өсөн АЛ-41Ф-1 двигателенең макетын күрһәтте.
Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы шулай уҡ ВК-2500 вертолет двигателен тәҡдим итте, уны эшләүҙә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡатнаша. Корпорацияның стенды «Патриот» үҙәгендәге экспозицияла лайыҡлы урын биләне. Унда ҡуйылған изделиеларҙың макеты двигателдәрҙе тышҡы яҡтан ғына түгел, уның эске ҡоролмаларын да баһаларға мөмкинлек бирҙе. Экспозицияла ҡатнашҡаны өсөн «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәй Оборона министрлығының дипломы менән бүләкләнде.
«Армия-2015» форумы ҡунаҡтары Кубинка аэродромында пилотаж төркөмдәренең күрһәтмә сығыштарын күҙәтә алды, унда билдәле МиГ-29 «Стриж» һәм Су-27 «Русские витязи» самолеттары осош яһаны (Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ошо истребителдәр өсөн АЛ-31Ф двигателдәрен етештерә). Бынан тыш, тамашасылар алдында Өфө двигателдәре ҡуйылған Су-30, Су-35С самолеттары осош яһаны, Фронт авиацияһының перспективалы авиация комплексы ла күрһәтелде.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика