14:08 (UTC+5), 22 Июня 2015

Владимир Путин «Башнефть» компанияһының 25 процент акцияларын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева, Артур Басиров/. Кисә ил Президенты Владимир Путин «Башнефть» компанияһының 25 процент акцияларын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Хөкүмәтенә ике ай эсендә «Башнефть» компанияһының 38 128 551 ябай акцияларын һәм 6 280 076 өҫтөнлөклө акцияларын Башҡортостан Республикаһы милкенә тапшырыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указ уға ҡул ҡуйған көндән, 2015 йылдың 21 июненән көсөнә инә.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй. Рәсәйҙә «Башнефть» өлөшөнә нефть сығарыуҙың дөйөм күләменең 3,4 проценты һәм уны эшкәртеүҙең дөйөм күләменең 7,6 проценты тура килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика