16:58 (UTC+5), 22 Июнь 2015

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һум бүленде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рәсәй Президентының «май указдары»нда билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте «2015 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында» 221-се ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта 22 июндә Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Документ бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын арттырыу өсөн республика бюджетынан 1,2 миллиард һумдан ашыу өҫтәмә аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тота.
– Тәү сиратта, әлбиттә, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, социаль, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәт ҡарары 97 мең кешегә ҡағыла. Бер үк ваҡытта 2015 йылға эш хаҡын арттырыуҙың маҡсатлы йүнәлештәре билдәләнгән.
Республика Башлығы Башҡортостандың Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына 25 июнгә тиклем туранан-тура алыусыларға аҡса күсереү тураһында муниципалитеттар менән килешеү төҙөргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика