06:07 (UTC+5), 19 Июнь 2015

Биш ай эсендә республикала торлаҡ төҙөлөшө күләме 19,9 процентҡа артҡан

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда юғары төҙөлөш темптары һаҡлана, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-майында сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 881 мең квадрат метр йәки уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 119,9 процент тәшкил иткән. Республиканың 1000 кешеһенә иҫәпләгәндә, 216 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Биш ай йомғаҡтары буйынса республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе, йән башына торлаҡ төҙөү буйынса, Татарстандан һәм Ульяновск өлкәһенән ҡала, өсөнсө урында килә. Халыҡ үҙенең иҫәбенә һәм кредит ярҙамында 609,2 мең квадрат метр йорт һалған, был 2014 йылдың ғинуар-май айҙарына ҡарата 102,5 процент. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 69,2 процент тәшкил итте.
Республика предприятиелары һәм ойошмалары 271,8 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индергән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,9 тапҡырға күберәк, тип аңлатма бирҙеләр статистика ведомствоһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика