Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.65
-0.33
98.58
-0.19
82.74
-0.97
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь 2015, 11:50

Башҡортостан делегацияһы XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша. Сара 18-нән 20 июнгә тиклем бара.
Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитовтың программаһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының «Баҙар сиктәрен киңәйтеү. Финанс инструменттарын көйләү. Проекттарға күсеү» һәм БРИКС-тың «БРИКС илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге: үҫеш өсөн мөмкинлектәр» эшлекле форумдарының панель сессияларында сығыш яһауын, шулай уҡ Рәсәйҙең Инновациялы төбәктәр ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышы ултырышында ҡатнашыуын күҙ уңында тота.
Карелия Республикаһы һәм Новосибирск өлкәһе менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ Рәсәй биләмәһендә «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутын булдырыуға бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.
Бынан тыш, республика Башлығының Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, ҙур яғыулыҡ-энергетика һәм агросәнәғәт комплексы, финанс секторы, машиналар эшләү һәм башҡа иҡтисад тармаҡтары етәкселәре, журналистар менән осрашыуы ҡаралған. Форумда Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен сағылдырған экспозиция ҡуйыласаҡ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан бирле үткәрелә. 2006 йылдан Рәсәй Президенты етәкселегендә уҙғарыла. Был майҙанда яңы иҡтисади держава лидерҙары Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя алдында торған мөһим иҡтисади мәсьәләләрҙе билдәләү һәм тикшереү өсөн осраша. Һуңғы ун йылда форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы өсөн төп донъя майҙансыҡтары иҫәбенә инде. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына Рәсәйҙән һәм сит илдән 7 500-ҙән ашыу кеше килә, улар араһында үҫешеүсе илдәрҙең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары, ҙур компания етәкселәре, шулай уҡ фән, киң мәғлүмәт саралары һәм гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәре араһынан билдәле донъя эксперттары бар.
Читайте нас: