Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Июнь 2015, 18:01

Башҡортостан социаль-иҡтисади хәле буйынса алдынғы 10 төбәк иҫәбенә инде

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан социаль-иҡтисади хәле буйынса алдынғы 10 төбәк иҫәбенә инде. Ошо хаҡта «Риарейтинг» агентлығы хәбәр итә.
Интеграль рейтингка ярашлы, Башҡортостан 59 балл йыйып, унынсы урынды биләне. Рейтинг лидерҙары тип Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Татарстан Республикаһы билдәләнгән. Рейтингта иҡтисад күләме, уның һөҙөмтәлелеге, бюджет һәм социаль өлкәләр иҫәпкә алынған.
Тәүге унау исемлегенә шулай уҡ Ямал-Ненец автономиялы округы, Төмән, Сахалин һәм Һамар өлкәләре инә.
Һуңғы урындарҙы Ҡалмыҡстан, Йәһүд автономиялы өлкәһе һәм Тыва биләй.
Читайте нас