05:53 (UTC+5), 16 Июня 2015

УТМК предприятиеларында республика продукцияларын файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса «юл картаһына» ҡул ҡуйылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 15 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Урал тау-металлургия компанияһы» (УТМК) холдингының генераль директоры Андрей Козицин менән осрашты. Яҡтар Башҡортостандың Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиеларының киләсәккә эш планын тикшерҙе.
– Компанияғыҙҙың Башҡортостан биләмәһендәге эшмәкәрлеген ыңғай баһалайбыҙ. Алдағы килешеүҙәр менән күҙ уңында тотолған барлыҡ проекттар ҙа ғәмәлгә ашырыла. Етештереүҙе үҫтереүгә бик күп инвестиция һалаһығыҙ: яңы шахталар, предприятиелар, эш урындары. Шуның менән бергә беҙҙең үҙ-ара килешеп эш итеүҙең социаль яғын да онотмайһығыҙ. Әгәр ҙә беҙ бөтә компаниялар менән дә шулай эшләһәк, проблемалр күпкә аҙыраҡ булыр ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ. Һеҙ етештереүҙе үҫтерәһегеҙ, беҙҙең бюджет, бюджеттан тыш фондтар яңы һалымдар, керемдәр менән тулылана. Был беҙгә бик кәрәк.
Осрашыу барышында Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеларында республика ойошмаларының юғары технологиялы, шул иҫәптән импортты алмаштырыусы продукцияларын файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса «юл картаһына» ҡул ҡуйылды. Документ Башҡортостан ойошмаларының холдинг предприятиелары өсөн продукция һәм хеҙмәттәр һатып алыу тәртибендә ҡатнашыуҙың һөҙөмтәлелеген һәм асыҡлығын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Был эш илебеҙҙәге етештереүселәрҙе импортты алмаштырыу һәм яңы юғары технологиялы ҡорамал эшләүҙе үҙләштереү программаһына йәлеп итеү сиктәрендә уҙғарыла.
Урал тау-металлургия компанияһы – Рәсәйҙә күләме буйынса икенсе баҡыр етештереүсе. 1999 йылдың октябрендә булдырылған. Урал тау-металлургия компанияһы составына 50-гә яҡын төрлө тармаҡлы предприятие инә. Холдингтың мөһим активтары тау сығарыу тармағына, төҫлө металлургияға һәм машиналар эшләүгә йүнәлтелгән. Һатыуҙың нигеҙен баҡыр продукцияһы тәьмин итә. Компания цинк, ҡурғаш, ҡиммәтле металдар менән дә шөғөлләнә.
Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика