10:51 (UTC+5), 15 Июня 2015

Өфөлә үтәсәк БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуының аныҡ датаһы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуы 2016 йылдың 25-26 ғинуарында уҙасаҡ. Был хаҡта журналистар менән аралашҡанда Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин хәбәр итте. Ул Женевала Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы Генераль конференцияһының 104-се сессияһында ҡатнашты. Был хаҡта БРИКС саммитының рәсми порталы хәбәр итә.
«БРИКС берекмәһендә беҙҙең рәйеслек, киләһе йылдың 25-26 ғинуарында Өфөлә хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осрашыуына ҡағылышлы бик яҡшы презентация булды, — тип һөйләне Сергей Вельмяйкин. — Беҙ Рәсәйҙең рәйеслеге концепцияһына ҡарашыбыҙҙы белдерҙек, яҡын арала башҡарасаҡ эштәр хаҡында һөйләнек. Барыһы ла был сараларҙы хупланы. Бынан тыш, Ҡытай министры бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә тәҡдим итте».
Сергей Вельмяйкин билдәләүенсә, социаль партнерҙар — профсоюздарҙың, шулай уҡ эш биреүселәрҙең берлектә эш алып барыу буйынса ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур. «Был һорау көн тәртибендә тәүге урында буласаҡ, тип белдерҙек, һәм Өфөлә тәҡдим иткән программа сиктәрендә эш биреүселәр һәм профсоюздар ҡатнашлығында форумдар үткәрәсәкбеҙ», — тип Рәсәй хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫарының һүҙҙәрен килтерә БРИКС саммитының рәсми порталы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика