08:18 (UTC+5), 10 Июня 2015

Йыл башынан Башҡортостандың дәүләт бурысы 0,9 миллиард һумға кәмегән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 1 майға республиканың дәүләт бурысы 23,7 миллиард һум тәшкил иткән, был йыл башына ҡарағанда 0,9 миллиард һумға кәмерәк. Республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бурыс структураһында бурыстарҙың бөтә төрҙәре лә күрһәтелгән. 28,1 процент — бюджет кредиттарына, 70 процент самаһы баҙар бурысына (дәүләт облигациялары һәм банк кредиттары) тура килә.
Бурыс йөкләмәләре оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Бюджет кредиттары буйынса бурысты үҙгәртеү ҡаҙнаға йөкләмәне кәметте. Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү һәм юлдар һалыу, ремонтлау өсөн алынған кредиттар 2032 -2034 йылдарға тиклем үҙгәртелде.
Республиканың дәүләт бурысы тулыһынса тәьмин ителгән, Башҡортостан бурыс йөкләмәләре буйынса ваҡытында иҫәпләшергә һәләтле, тип билдәләйҙәр Финанс министрлығында.
Йыл башына Башҡортостан Рәсәйҙең бурыс йөкләмәһе минималь кимәлдә булған 13 төбәге иҫәбендә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында ине. Бурыс кимәлен 24,7 процент һалым һәм һалым булмаған килем тәшкил иткән. Әлеге нормативтар буйынса 50 проценттан юғары күрһәткес хәүефле тип иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика