15:29 (UTC+5), 04 Июнь 2015

Өфөлә ҡала электричкаһын 2016 йылда сафҡа индереү күҙаллана

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә ҡала электричкаһын 2016 йылда сафҡа индереү күҙаллана. Был хаҡта республика биләмәһендә ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу һәм «Ҡала электричкаһы» проекты буйынса инфраструктура объекттарының әҙерлеге мәсьәләләре буйынса эш осрашыуы барышында «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Игорь Поляев хәбәр итте.
Осрашыуҙа республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров, Өфө мэры Ирек Ялалов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина һәм башҡа белгестәр ҡатнашты. Осрашыу ҡала электричкаһының аҙаҡҡы туҡталышында, Дим станцияһында башланды. Июндә бында төҙөкләндереү тамамлана, терминалдар һәм касса бүлмәләре әҙер. Спорт станцияһында ла шундай уҡ ремонт эштәре башҡарылған.
Димдән Шаҡшаға тиклем бөтәһе 11 станция. Димдән Өфөгә тиклем юл хаҡы – 18, Шаҡшаға ҡәҙәр 37 һум булыр тип күҙаллана. Игорь Поляев билдәләүенсә, билет һатыуҙан килгән килем сығымды ҡапламаясаҡ, шуға күрә компания дәүләт субсидияһына иҫәп тота.
Ҡала электричкаһы йөрөй башлау менән өфөләрҙең күбеһе ҡала сиктәрендә автомобилдәренән баш тартасаҡ, тип иҫәпләй чиновниктар. Шуны билдәләү мөһим: электричканың маршруты буйынса транспорт үҙәктәрендә махсус парковкалар буласаҡ. Пассажир автомобилен шунда ҡалдырып, йәмәғәт транспортында юлын дауам итә ала.
Ҡала эсендә халыҡты транспорт менән тәьмин итеү һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында 2013 йылда Дим — Өфө — Шаҡша участкаһында «Ҡала электричкаһы» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Проектҡа инвесторҙар йәлеп ителә.
2014 йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса, «Ҡала электричкаһы» проектына 316 миллион һум һалынған: Өфө хакимиәте — 240 миллион, Куйбышев тимер юл идаралығы 76 миллион һум аҡса бүлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика