06:39 (UTC+5), 29 Мая 2015

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡаҙнаһының килемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 28 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһының һәм муниципаль берәмектәр бюджетының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған керемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе.
– Бөгөн беҙ бөтә кимәлдәге бюджеттарға бурыстың артыуын тикшерәбеҙ. Апрель баштарына федераль бюджет системаһына республика биләмәһе буйынса бурыс 14, 6 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 7,7 миллирд һумдан ашыуы тупланма бюджетҡа тура килә, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Республика ҡаҙнаһына бурыстар күбәйә. Йыл башынан ул 22 процентҡа тиерлек үҫкән. Килемгә һалым һәм ойошмалар милкенән алынған һалым буйынса бурыс бер ярым тапҡырға артҡан. 1 апрелгә ҡарата 25 бурыслының ҡаҙна алдындағы бурысы ярты миллиард һумдан ашып киткән.
Республика Башлығы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡса түләмәүҙең сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шулай уҡ һалым булмаған килемдәр буйынса бурыстың артыуы билдәләнгән. Республиканың тупланма бюджетына ошо статья буйынса 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡса инмәгән, шул иҫәптән 1,1 миллиард һум юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ваҡытында түләнмәгән штрафтар.
– Ҡағиҙәне боҙғанһың икән – түлә. Был аҡсалар социаль объекттар төҙөү, автомобиль юлдарын төҙөкләндереү, ҡала урамдарында тәртип урынлаштырыу өсөн тотонола, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә, шул иҫәптән рейдтар ойошторорға, һалым түләмәүселәр базаһын тикшерергә, штраф түләү тәртибен ябайлаштырырға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика