10:55 (UTC+5), 28 Мая 2015

Төбәктә Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексы өсөн импортты алмаштырыу пилот проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Сәнәғәтте үҫтереү фондының Эксперт советы һайлап алған импортты алмаштырыу производстволарын булдырыусы ун тәүге сәнәғәт проектының береһе Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ. Мәскәүҙең «Гипрогазоочистка» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың нефть эшкәртеү предприятиеһында көкөрт-водород газын эшкәртеү ҡулайламаһын сафҡа индерә. Ошо хаҡта фонд мәғлүмәттәренән билдәле булды.
«Гипрогазоочистка» ойошмаһының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, компания «Башнефть-УНПЗ» филиалында SmartSulf технологияһын ҡулланасаҡ. Был технология ҡорамалды уңайлы урынлаштырырға һәм көкөрттө таҙартмайынса алырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы линия йылына 50 мең тоннаға тиклем көкөрт етештерәсәк, ә көкөрт газы ҡалдыҡтары бик аҙ — 0,5 процентҡа тиклем генә сығасаҡ.
Токсик көкөрт-водород газын хәүефһеҙ эшкәртеү республиканың экологияһы өсөн бик мөһим. Иҡтисадҡа әҙер продукт – элементар көкөрт кәрәк. Көкөрт химия, целлюлоза-ҡағыҙ, тау сығарыу тармаҡтарында һәм металлургияла ҡулланыла. Ул айырыуса ашламалар етештереүҙә киң файҙаланыла.
Фонд мәғлүмәттәре буйынса, модулле ҡулайлама 2018 йылдың аҙағында сафҡа индереләсәк. «Башнефть» компанияһында әйтеүҙәренсә, проектты 2017 йылға тамамлау планлаштырыла.
Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2014 йылда Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башланғысы буйынса Рәсәйҙең технологик үҫеш фондын үҙгәртеп ҡороу юлы менән булдырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика