10:57 (UTC+5), 27 Мая 2015

Төбәктә Берҙәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге булдырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәген асыу буйынса эштәр бара. Был хаҡта Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Мосабиров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, яңы институтты булдырыу өҫтөндә Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Үҫеш корпорацияһы менән берлектә депутат корпусы эшләй.
«Дәүләт-шәхси партнерлыҡ — бик ҡатмарлы. Был мөнәсәбәттәрҙе ҡороу, ғәмәлгә ашырыу ауыр, шуға күрә илебеҙҙә бындай миҫалдар күп түгел. Ошо өлкәлә белгестәр кәрәк. Ҡайһы бер төбәктәр һәр министрлыҡта бының менән шөғөлләнеүсе бүлектәр аса. Әммә был 8-10 команда. Бер команда булдырған төбәктәр ҙә бар. Ул бөтә ведомстволар өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләй», — тип һөйләне Рөстәм Мосабиров.
Уның фекеренсә, Башҡортостан өсөн икенсе үҫеш варианты ҡулай: «Министрлыҡтарҙың эштәрен ҡабул итеүсе бер команда кәрәк. Эштәрҙе ҡарағандан һуң, улар әҙер дәүләт шәхси-партнерлыҡ концепцияһы булараҡ ведомстволарға кире ҡайтарыласаҡ. Артабан министрлыҡтар уны хөкүмәт комиссияһына тәҡдим итә ала».
Депутат һүҙҙәренсә, үҙәк төбәктәге үҫеш институттарының береһендә булдырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика