12:16 (UTC+5), 27 Мая 2015

«Росгосстрах»тың лицензияһын сикләүгә бәйле республикала ОСАГО баҙарына зыян килмәйәсәк — эксперт

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһын сикләүгә бәйле республика баҙарында көсөргәнешлектең артыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, ОСАГО килешеүҙәре бланктарын башҡа страховка компанияларына биреү лимитының артыуы һөҙөмтәһендә хәл тотороҡлана. Шулай тип иҫәпләй «Страховой эксперт» гәзитенең баш мөхәррире, әлегә тиклем Башҡортостандың Страховкалаусылар союзын етәкләгән Булат Хөснуллин.
— Лицензияны сикләү арҡаһында «автогражданка»ла проблемалар булмаҫмы? ОСАГО баҙарында «Росгосстрах»тың ролен нисек баһалайһығыҙ?
— «Росгосстрах», һис шикһеҙ, төп урынды биләй, уның өлөшө — яҡынса 60-70 процент. Етди проблемалар буласаҡмы? Улай тип уйламайым. «Росгосстрах»тан тыш, төбәктә федераль страховка компанияларының филиалдары һәм бер республика страховкалаусыһы иҫәпләнә, уларҙың да ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһы бар. Бланктар мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, Рәсәй банкы ошо һорау менән Рәсәйҙең Автостраховкалаусылар союзына мөрәжәғәт итте лә инде. Конкурентлы страховка ойошмаларына бланктар лимитын арттырыу мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителер тип ышанам.
— Тимәк, хәүефләнергә сәбәп юҡ?
— Бер йыл элек хәл ҡатмарлыраҡ ине. Ул ваҡытта страховкалаусылар тарифтарҙың артыуын көттө һәм ваҡытты һуҙҙы. Былтыр яҙ полистар эшләү менән проблема булды. Бөтә ерҙә лә хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлде. Шул ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәрҙе. Тарифтар һиҙелерлек артты, ОСАГО төшөмлө эшкә әйләнде. Элек полис 3-4 мең һум торһа, хәҙер уның уртаса хаҡы 10 меңгә етеп килә. Страховкалаусылар ҡыҙыҡһына башланы, шуға күрә баҙарҙа һорау ҙур буласаҡ.
Рәсәй банкы «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһын сикләне. Үҙәк банктың белдереүендә ойошманың автомобиль хужаларына законлы ташламалар бирмәүе, ОСАГО килешеүен төҙөүҙән нигеҙһеҙ баш тартыуы, өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим итеүе кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған тип билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика