05:28 (UTC+5), 25 Мая 2015

Рөстәм Хәмитов: Благовар районындағы селекция-гибрид үҙәге — ҙур биологик фабрика

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Благовар районында булды. Башҡортостан Башлығы Яңы Никольское ауылы эргәһендә төҙөлә башлаған селекция-гибрид үҙәген ҡараны. Был объект республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә. Уның хаҡы 1,1 миллиард һум тәшкил итә. 270,6 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы билдәләнгән. Ул ҡорамалдар һәм малдар һатып алыуға субсидияларҙы, инфраструктура хаҡының бер өлөшөн ҡаплауҙы, һалым льготаларын биреүҙе үҙ эсенә ала.
Инвестор Елена Климова хәбәр итеүенсә, проект йылына 32 мең баш сусҡа үрсетеү буйынса заманса үҙәк булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Хәҙерге көндә карантин, аталандырыу корпустарын, яһалма аталандырыу станцияларын, шулай уҡ административ-көнкүреш корпусын төҙөү тамамланған. Биҙәкләү, бетонлау, электр-монтажлау эштәре башҡарыла. Малсылыҡ комплексын 1 июндә сафҡа индереү планлаштырыла. Тоҡом малдарының тәүге партияһы — 420 инә һәм 16 ата сусҡа — Орел өлкәһенән килтереләсәк. Бөтә корпустарҙы быйыл сентябрҙә сафҡа индереү көтөлә, ә 2016 йылдың июнендә проект ҡеүәтенә сығыу күҙаллана.
Селекция-гибрид үҙәге сафҡа индерелгәндән һуң унда 50 яңы эш урындары булдырыласаҡ. Үҙәк операторының уртаса хеҙмәт хаҡы 30 мең һум тәшкил итәсәк. Хәҙер инвестор селекция-гибрид үҙәгенең икенсе сиратын проектлау мәсьәләһен тикшерә.
Китер алдынан Рөстәм Хәмитов Елена Климова менән үҙәктә ауыл хужалығы райондары башлыҡтары һәм хужалыҡ етәкселәре өсөн сусҡасылыҡ буйынса уҡыу үҙәге хаҡында һөйләшеп килеште. Инвестор үҙе генетика буйынса лекция уҡырға теләк белдерҙе. Республика Башлығы шулай уҡ Елена Климованы ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм составына инергә тәҡдим итте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика