07:49 (UTC+5), 25 Мая 2015

Бүздәк районында теплица комплексының икенсе сиратын сафҡа индереү 2017 йылға билдәләнгән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында фермер Фәвил Хәбибрахмановтың «Бүздәк» теплица комплексында булды. 2017 йылда икенсе сираты сафҡа индерелгәс, хужалыҡтың етештереү майҙандары 12 гектарға тиклем еткереләсәк, йылына туғыҙ мең тонна йәшелсә үҫтереләсәк. Шуның менән бергә 200-гә яҡын өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.
Бөгөнгө көндә ике этапта дөйөм майҙаны 3 гектар булған теплица комплексы төҙөлгән. Инвестициялар күләме 517 миллион һум тәшкил иткән. Районда 50 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Хеҙмәт хаҡы айына 15 меңдән дә кәм түгел.
Проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 2 590 тонна ҡыяр, 111 мең һабаҡ йәшел тәмләткестәр (петрушка, укроп, базилик), 175 мең һабаҡ салат үҫтерелгән һәм һатылған. Комплекстың продукцияһына «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе бирелгән. Быйыл 3 гектарҙан ҡыярҙың тулайым йыйымы 2 900 тонна тәшкил итәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика