05:37 (UTC+5), 21 Май 2015

Башҡортостандың Финанс министрлығы йылдың иң яҡшы инвестиция килешеүен төҙөнө

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Былтыр көҙ Башҡортостан Республикаһының һумлыҡ облигациялар займын урынлаштырыу 2014 йылдың иң яҡшы инвестиция килешеүе тип танылды. Килешеү Investor Awards-2015 премияһының «Субфедераль һәм муниципаль облигациялар: 2014 йылдың килешеүе» номинацияһында беренсе урын менән билдәләнде. Уңыштың төп факторы — ауыр баҙар шарттарында облигациялар займы өсөн мәлде дөрөҫ һайлау, тип хәбәр итә республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Эксперттар килешеүҙең күләмен, урынлаштырған саҡта килемлелекте, урынлаштырғандан һуң икенсел баҙарҙағы хаҡтарҙың динамикаһын, кредит рейтингтары кимәлен баһаланы.
Башҡортостан Республикаһының 6 миллиард һумлыҡ облигациялары Мәскәү банк-ара валюта биржаһының фонд биржаһына 2014 йылдың 16 октябрендә урынлаштырылды. Урынлаштырыу буйынса генераль агент булып ВТБ Капитал сығыш яһаны. Асыҡ конкурс йомғаҡтары буйынса облигацияларға һорау 10 миллиард һумдан ашҡан. Инвесторҙарҙың 6 миллиард һум күләмендәге 30 ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән.
Мәскәүҙә «Рәсәйҙә инвестициялар» форумы сиктәрендә инвестициялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика