15:12 (UTC+5), 20 Мая 2015

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» XXIII Халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева, Эльвира Латипова/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Нефть химияһы аҙналығына старт бирелде. «ВДНХ-Экспо» майҙансығында аҙналыҡтың мөһим сараларының береһе — «Газ. Нефть. Технологиялар» XXIII Халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды.
«Башҡортостан һәр ваҡыт нефть төбәге булараҡ билдәләнде, — тине республика Башлығы, күргәҙмәне асып. — Бөгөн дә күргәҙмәлә Рәсәйҙең 35 төбәгенән һәм донъяның 12 иленән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша.
Рөстәм Хәмитов республика ҡунаҡтарына быйыл Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был эштә Өфө финиш һыҙығына яҡынлаша.
Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында Рәсәйҙең Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, республика Хөкүмәтендәге сәнәғәт блогы етәкселәре бар ине.
Рәсми асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтар экспозицияны ҡарап сыҡты. Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусылар менән аралашты. Күргәҙмәлә Ҡытай, Германия, Бөйөк Британия, АҠШ, Румыния, Белоруссия, Польша, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа илдәрҙең продукцияһы күрһәтелгән. Халыҡ-ара күргәҙмәгә Ҡытайҙан 13 компанияның белгестәре килгән.
Күргәҙмә сиктәрендә ҙур эшлекле программа ҡаралған. Конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, презентациялар һәм семинарҙар планлаштырылған. «Яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн импортты алмаштырыу» түңәрәк өҫтәле төп ваҡиға буласаҡ. Шулай уҡ «Шартлау һәм химик хәүефле производство объекттарында сәнәғәт хәүефһеҙлеге», «Нефтте һәм газды эшкәртеү-2015» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторола. Өфө дәүләт нефть техник университетында мәғлүмәт технологияларына, яңы техникаға һәм ҡорамалдарға арналған конференциялар үткәрелә.
Нефть химияһы аҙналығын «Ҙур химия» V Халыҡ-ара форумы дауам итә. Сара 21 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында асыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика