10:33 (UTC+5), 19 Мая 2015

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС илдәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 21 октябрҙән 23-нә тиклем Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең тәүге Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы уҙа. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы халыҡ-ара осрашыуҙың концепцияһын әҙерләй.
Форум сиктәрендә ШОС һәм БРИКС илдәре франчайзерҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе, Эшлекле бәйләнештәрҙең төбәк-ара биржаһы, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар, төбәктәрҙең инвестиция проекттарын күрһәтеү, республика предприятиеларына барыу ҡаралған. Форумдың концепцияһы һәм программа проекты 5 июнгә тиклем «ШОС һәм БРИКС офис төркөмдәре» сайтына урынлаштырыла.
ШОС һәм БРИКС илдәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарырға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин был башланғысты хупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика