ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда Өфө ҡалаһынан М-5 федераль трассаһына яңы сығыу юлы һәм Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск автомобиль юлы һалына
башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһында Проектлы финанслауҙың федераль үҙәге директоры Александр Яшечкин хәбәр итте. Ике проект та әҙер, улар буйынса килешеү һәм конкурс документтары әҙерләнгән, тип билдәләне ул.