10:26 (UTC+5), 08 Мая 2015

Республикала ҡыярҙар арзанайҙы, әммә медицина хеҙмәттәре ҡиммәтләнде — статистика

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Апрель йомғаҡтары буйынса республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында ҡулланыусылар хаҡтары индексы мартҡа ҡарата 100 процент тәшкил итте.
Еләк-емешкә, ҡайһы бер йәшелсәләргә һәм социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән, ләкин алкоголле эсемлектәр ҡиммәтләнгән. Арыш-бойҙай икмәгенең хаҡы 2 процентҡа, бойҙай оно — 2,3, майлы эремсек, майонез, зәйтүн майы, иретелгән сыр 2,0-5,9 процентҡа күтәрелгән. Балыҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәре 0,6-5,1 процентҡа, һыйыр һәм сусҡа ите — 3,0-9,1, сәй һәм ҡәһүә 1,9-7 процентҡа артҡан.
Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар 0,7 процентҡа ҡыйбатланған. Кейем, аяҡ кейеме һәм трикотаж әйберҙәр — 5,6 процентҡа, йорт өсөн туҡымалар 5,1 процентҡа үҫкән. Парфюмерия-косметика тауарҙарына хаҡтар 1,1-5,2 процентҡа, планшет компьютерҙарына — 3,4, кер йыйыу машиналарына 2,2-3,2 процентҡа күтәрелгән. Шуның менән бергә электр сәйнүктәре, миксерҙар, блендерҙар, үтектәр, микротулҡынлы мейестәр, саң һурҙырғыстар һәм һыуытҡыстар 1,0-4,5 процентҡа арзанайған.
Хеҙмәт күрһәтеү тармағында ла хаҡтар 0,7 процентҡа күтәрелгән. Ҡала телефон, телеграф һәм почта элемтәһе 3,5-13,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Медицина хеҙмәттәре уртаса 5 процентҡа, физиотерапия дауалауы бер айҙа 14 процентҡа артҡан.
Дөйөм алғанда, республикала йыл башынан алып инфляция 7,2 процент тәшкил иткән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика