12:58 (UTC+5), 07 Мая 2015

Ямғырҙар сәсеүҙе тотҡарламаны — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Һуңғы көндәрҙә урыны менән ямғырҙар яуа, шулай ҙа улар сәсеү эштәрен тотҡарламаны. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә генә 79 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. Был дөйөм пландың дүрт процентын тәшкил итә. Шуларҙың 61 мең гектарында — бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар, 8,8 мең гектарҙа — көнбағыш, 3,6 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө.
Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә Башҡортостанда 353 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән, был был билдәләнгән күләмдең 17 процентын тәшкил итә.
Ауыл хужалығы министрлығында асыҡлауҙарынса, агротехник сроктарға ярашлы сәсеү эштәре республиканың көньяғында — 15 майға, төньяҡ өлөшөндә 25 майға тиклем тамамланырға тейеш. Былтырғыға ҡарағанда, быйыл сәсеү юғарыраҡ темптар менән бара, әммә оҙайлы ямғырҙар арҡаһында игенселәрҙең пландары боҙолоуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика