09:40 (UTC+5), 07 Мая 2015

«Газпром» һәм Урал тау-металлургияһы компанияһы вәкилдәре Башҡортостанда Нефть химияһы аҙналығында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Майҙың өсөнсө декадаһында Өфөлә Нефть химияһы аҙналығы уҙғарыла. Был — Рәсәй һәм яҡын сит илдәр өсөн мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Газпром», «Урал тау-металлургия компанияһы», «Росэнергоатом», «Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡа холдингтар, компанияларҙың эшлекле даирә вәкилдәре, Рәсәй төбәктәре делегацияларының килеүе планлаштырыла. ШОС һәм БРИКС илдәренән нефть химияһы вәкилдәрен дә көтәләр. Тармаҡтың 400 самаһы әйҙәүсе белгестәре үҙҙәренең ҡатнашасаҡтарын раҫланы.
«Газ. Нефть. Технологиялар 2015» күргәҙмәһе Нефть химияһы аҙналығының төп ваҡиғаһы буласаҡ. Ул «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексының 14 мең квадрат метр майҙанын биләйәсәк. Күргәҙмә 20-23 майҙа эшләй.
Сараны Рәсәй Энергетика министрлығы,Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамы менән Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика