09:07 (UTC+5), 06 Мая 2015

Майҙа Өфөлә ШОС илдәренең дөйөм транспорт системаһын булдырыу мөмкинлектәре тикшереләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың баш ҡалаһында ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙары кәңәшмәһендә ойошмаға ингән илдәрҙең дөйөм транспорт системаһын булдырыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Өфөгә ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең министрҙары, күҙәтеүселәр һәм партнерҙар етәкселегендә 17 милли делегация һәм халыҡ-ара төбәк ойошмалары, дәүләт-ара берекмәләр етәкселәре килә. Был хаҡта «ШОС БРИКС» Өфө-2015 төркөмө хәбәр итә.
Кәңәшмә барышында автомобиль, тимер юл һәм авиация транспорты өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү, яңы транспорт инфраструктураһын, яңы проекттарҙы сафҡа индереү тикшереләсәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәренең автомобиль юлдарын үҫтереү программаһын әҙерләү тураһында фекер алышыу ойоштороу планлаштырыла.
Кәңәшмә Өфөлә 14-15 майҙа үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика