12:28 (UTC+5), 05 Май 2015

Баш ҡалала 600 магазин һәм көнкүреш сервисы предприятиелары ветерандар өсөн ташламалар яһаясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 8 һәм 9 майҙа Өфөләге күп кенә магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, уларға тиңләштерелгән кешеләр өсөн ҡайһы бер тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташламалар яһаласаҡ. Ташламалар таныҡлыҡты күрһәткән осраҡта биреләсәк, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.
«Хәтер» акцияһында ҡаланың 600-гә яҡын предприятиеһы, шул иҫәптән «Матрица», «Байрам», «Полушка», «Ярмарка», «Лукошко», «АиФ», «Аленка», «Альдо» магазиндар селтәре, 230 самаһы яҡында урынлашҡан магазиндар һәм баҙарҙарҙа, сауҙа-сервис комплекстарында эшләүсе эшҡыуарҙар ҡатнаша. Йөҙҙән ашыу көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары ла ташлама яһарға әҙер.
Байрам акцияһында ҡатнашыусы һәр предприятиеның ишегенә махсус плакат эленәсәк.
Бынан тыш, 3 майҙан 12-нә тиклем ветерандар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.
Баш ҡалала «Хәтер» акцияһын Өфө хакимиәте Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика