07:07 (UTC+5), 23 Апреля 2015

Башҡортостан ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 393 миллион һум аҡса аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса Башҡортостан ауыл биләмәләрен үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 393 миллион һум аҡса аласаҡ. Субсидиялар ошо сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле Рәсәй Федерацияһы субъекттарының сығым йөкләмәләрен финанслау өсөн бүленә. Тейешле бойороҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.
Ауыл халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 243 миллион, инфраструктура булдырыуға 150 миллион һум йүнәлтелә. Шул иҫәптән һыу менән тәьмин итеүҙе үҫтереүгә — 23,8 миллион һум, газ үткәреүгә — 19,5 миллион, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиптарҙың офисын асыуға — 8,6 миллион. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү йәһәтенән 2 миллион һум ҡаралған.
Рәсәй субъекттарына субсидия рәүешендә 8,9 миллиард һум бүленә. Шуларҙың 4,5 миллиард һумы — ауылда йәшәүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 4,3 миллиарды социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелә, 95 миллионы — урындағы башланғыстарға грант ярҙамы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика