07:50 (UTC+5), 23 Апреля 2015

1 июлгә республикала 115 меңдән ашыу эшһеҙ граждан эшкә урынлаштырыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға 1 июлгә тиклем эшһеҙҙәр һанын 115 868 кешегә кәметеү бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта республика муниципалитеттары етәкселәре менән видеоселектор кәңәшмәһе барышында төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
2014 йылдың 1 декабренән 2015 йылдың 20 апреленә тиклем республикала 1244 хеҙмәткәр менән хеҙмәт килешеүен төҙөгәндә закон боҙоуҙар асыҡланған, тип билдәләне ул. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 720 кеше менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре көйләнгән, әммә был төбәк алдына ҡуйылған контроль күрһәткестең 0,62 проценты ғына.
Эшһеҙ граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙан тыш, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы иҫәп-хисап эштәренә иғтибарын йүнәлтергә булды. Бер үк ваҡыттта мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған һәм ҡайҙалыр эшләгән кешеләрҙе рәсми булмаған мәшғүллек отчеттарына индерергә тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика