09:03 (UTC+5), 20 Апреля 2015

Республикала йәшелсәгә, еләк-емешкә, сырға һәм йомортҡаға хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Март айынан Башҡортостанда йәшелсәгә, еләк-емешкә һәм ҡайһы бер һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты һуңғы дүрт аҙна дауамында хаҡтарҙың артыу динамикаһы кәмей башлауын билдәләй. Шул рәүешле хаҡтар тотороҡлана бара. Ғинуарҙа аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡтары индексы 104,5 процент булһа, март йомғаҡтары буйынса алдағы айға ҡарата 101,7 процент тәшкил иткән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, үткән айҙан ҡыярға хаҡтар 20 процентҡа, томаттарға ете процентҡа төшкән, татлы борос — өс процентҡа, картуф бер процентҡа арзанайған. Һумдың нығыныуы еләк-емештәргә хаҡтарҙың кәмеүенә лә йоғонто яһаны. Мартта банан, виноград һәм әфлисунға хаҡтар өс процентҡа, алмаға ике процентҡа төштө. Һуңғы айҙа шәкәргә хаҡтың 1,6 процентҡа кәмеүе билдәләнә.
Йыл башынан һөт аҙыҡтарына хаҡтың артыуы күҙәтелә, айырыуса ҡаты сыр ҡиммәтләнгән. Әммә һуңғы айҙа хаҡтар ике процентҡа кәмей башлаған. Эремсек 6,7 процентҡа, һөт — биш, кефир — 1,6, аҡ май бер процентҡа артҡан.
Дәүләт комитеты белгестәре билдәләүенсә, ҡарабойҙайға бәйле хәл тотороҡланды. 13 апрелгә ҡарата ҡарабойҙай ярмаһына ҡулланыусылар хаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында 13-сө урынды биләй (иң ҡиммәтлеһенән иң арзанына тәртибендә).
Шуның менән бергә һыйыр итенә хаҡтарҙың күтәрелеүе күҙәтелә. Беренсе кварталда ул туғыҙ процентҡа артҡан. Сусҡа ите — өс, йылҡы ите — 19, һарыҡ ите 12 процентҡа ҡиммәтләнгән. Тауыҡ итенең — 1,5, йомортҡаның өс процентҡа арзанайыуы билдәләнә.
Йыл башынан балыҡҡа хаҡтар артты. Туңдырылған балыҡ — 12, ыҫланғаны өс процентҡа, тоҙло балыҡ 12,5 процентҡа ҡыйбатланған. Мартта республика баҙарын сифатлы һәм ҡиммәт булмаған балыҡ продукцияһы менән тәьмин итеү маҡсатында «Балыҡ һәм диңгеҙ аҙыҡтары» темаһына сауҙа-һатып алыу конференцияһы ойошторолдо.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика