11:08 (UTC+5), 20 Апрель 2015

Өфөләге саммит ШОС илдәренең хәүефһеҙлек өлкәһендәге үҫешенә яңы динамика өҫтәйәсәк — эксперттар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге ШОС саммиты ойошмаға ингән илдәрҙең хәүефһеҙлек һәм хәрби-сәйәси өлкәһендәге үҫешенә яңы динамика өҫтәргә тейеш. Был хаҡта Мәскәү — Пекин видеокүпере барышында Ҡытай донъя проблемалары институты рәйесе Ши Цзэ белдерҙе, тип хәбәр ителә форумдың рәсми сайтында.
Ҡытай ижтимағи фәндәр академияһының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын тикшереү буйынса үҙәге генераль секретары Сунь Чжуанчжи ҙа үҙ сығышында ошо хаҡта һөйләне. Уның фекеренсә, бөтә донъялағы проблемаларҙы иҫәпкә алып, хәүефһеҙлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең ҡайһы бер мәсьәләләрен ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ошо төбәк сиктәренән тыш булған бөтә проблемалар, көрсөктәр буйынса үҙенең позицияһын аныҡ билдәләргә тейеш, тип иҫәпләй эксперт.
ШОС дәүләт башлыҡтары советының алдағы ултырышында ойошма ҡеүәтләнәсәк, тип билдәләне Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты директоры урынбаҫары Сергей Лузянин. Ул яҡын арала Һиндостан менән Пакистандың статусы күтәрелеү, шулай уҡ күҙәтеүсе илдәрҙең исемлеген яңыртыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының киңәйеүе, бер яҡтан, донъяға ойошманың асыҡ һәм әүҙем булыуын күрһәтһә, икенсенән, уның абруйын күтәрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика