10:31 (UTC+5), 20 Апреля 2015

Башҡортостан һөт малсылығында алдынғылыҡты һаҡлаясаҡ

Андрей Старостин, Олег Яровиков
Андрей Старостин, Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда һөт етештереүселәрҙең эшмәкәрлегенә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 17 апрелдә Ауыл хужалығы министрлығында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров ҡатнашлығында үткән кәңәшмәнән һуң белдерҙе.
— Эш кәңәшмәһендә беҙ һөт сәнәғәте мәсьәләләрен ентекле тикшерҙек. Эш шунда: бөгөнгө көндә беҙгә кәрәкле булған динамика юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Башҡортостан — Рәсәйҙең һөт етештереү төбәге. Әлеге ваҡытта алдынғылар рәтендәбеҙ. Шулай ҙа беҙгә күп нәмәгә өйрәнәһе бар. Шул иҫәптән ҡайҙан, нисек аҡса табыу буйынса ла. Рәсәйҙең ауыл хужалығына өҫтәмә рәүештә 650 миллиард бүленәсәк. Беҙҙең өлөш 20 миллиард самаһы булыр тип уйлайбыҙ. Ошо аҡсаларҙы йәлеп итә белергә кәрәк. Беҙ малдарҙың туҡланыу рационы өҫтөндә эшләргә, «500 ферма» программаһына яңы импульс бирергә тейешбеҙ. Һорауҙар күп. Тағы ла бер кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Һөт һәм һөт продукцияһы етештереү темаһы буйынса төбәк-ара кәңәшмә уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Алдынғылыҡты бирмәйәсәкбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы.
Министрҙың һүҙҙәренсә, 2015 йылда импортҡа бәйле ит һәм ит ризыҡтары проблемаһы булмаясаҡ. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһы талаптарына ярашлы, үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән тәьмин итеү 85 процент кимәлендә булырға тейеш. Былтырғы йомғаҡтар буйынса күрһәткес 83 процентҡа еткән. Быйыл, шулай уҡ 2016 йылда, билдәләнгән сикте үтергә, хатта ит продукцияһын экспортҡа сығарыу планлаштырыла.
Ауыл хужалығы ведомствоһы башлығы етешһеҙлектәрҙе лә атаны. Был — һөт һәм һөт продукцияһы етештереү.
— Рәсәйҙең яңы тарихында тәүге тапҡыр алға китеш бар. Беҙ һөт етештереү күләмен кәметеү буйынса 25 йыллыҡ кире йүнәлеште туҡтаттыҡ, — тине Николай Федоров. — 2015 йылдың тәүге өс айында ыңғай динамика күҙәтелә. Республиканың мөмкинлектәрен иҫәпкә алғанда, Башҡортостанда күпте эшләргә мөмкин. Бында кешеләр ергә береккән, еңел тормош эҙләп ҡалаға китмәй.
Министр аграрийҙарға федераль бюджеттан күрһәтеләсәк ярҙам хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, аграрийҙарға булышлыҡ итеү өсөн 650 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика