Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2015, 17:24

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров һауымды арттырыу бурысын ҡуйҙы

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Йылына һәр һыйырҙан 4500 килограмм һөт һауып алып конкуренцияны еңеп булмай, юғары маҡсаттар ҡуйырға һәм 6500 килограмдан дә кәм булмаған күрһәткестәргә өлгәшергә кәрәк, тине Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары буйлап эш сәфәре барышында.
Өфө аэропортында осрашҡандан һуң Николай Федоров, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко Ҡырмыҫҡалы районындағы «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлланды, улар унда һөтсөлөк-тауар фермаһын ҡараны, йәш белгестәр менән аралашты.
Предприятие директоры Евгений Пожидаев аңлатыуынса, «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1991 йылда дүрт хужалыҡты берләштереү һөҙөмтәһендә булдырылған. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡтың 20 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ерҙәре бар, шуның 16,4 меңе — һөрөлгән ерҙәр.
Ҡунаҡтарҙы голштин тоҡомло һыйырҙар торған яңы комплекста ҡабул иттеләр. Улар Голландиянан, Польшанан, шулай уҡ Тула өлкәһенән килтерелгән. Бөгөнгө көндә хужалыҡта йөҙ һыйырға 84 быҙау тыуа.
«Артемида» малсылыҡ комплесында 1063 баш иҫәпләнә, шуның менән бергә проект ҡеүәте 1400 тәшкил итә. Үҫеш өсөн резервтар бар, ләкин предприятиела финанс ҡыйынлыҡтар килеп тыуған.
— Беҙ кредит алған банк ставканы бер процентҡа арттырыу тураһында хәбәр итте, — тине Николай Федоровҡа фермер. — Был йылына 3,5 миллион һум, шул уҡ ваҡытта беҙҙең килем 34 миллиондан ашмай, йыл һайын банктарға 50 миллион һум самаһы кредит бурыстарын түләйбеҙ.
Яҡын киләсәктә банктарға процент ставкаларын ҡайтанан ҡарамаҫҡа тәҡдим ителәсәк, тип билдәләне Николай Федоров.
Йәштәр ер участкалары, йорттар һатып алған, барыһына ла дәүләттән 100 мең һум күләмендә аҡса бирелгән. Ай һайын уларға эш хаҡына өҫтәп ете мең һум аҡса түләнә. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры әйтеүенсә, яҡын арала йәш белгестәргә федераль ярҙам күләмен арттырыу планлаштырыла.
«Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә булғандан һуң, ҡунаҡтар Өфө районындағы Цюрупа исемендәге агрофирма баҫыуҙарын ҡараны, предприятие етәксеһе менән аралашты. Бынан тыш, улар «Алексеевка» совхозында булды, ундағы быҙау аҙбарын, һөтсөлөк фермаһын, томаттар үҫтереү өсөн теплицаны ҡарап сыҡты.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында һөтсөлөк малсылығын үҫтереү буйынса эш кәңәшмәһе бара.
Тулыраҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының киләһе хәбәрҙәрендә.
Читайте нас: