11:39 (UTC+5), 16 Апрель 2015

Өфөлә бәләкәй метражлы фатирҙар проектын хупланылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә бәләкәй метражлы фатирлы йорттар проекты экспертиза үтте. Был хаҡта Өфө хакимиәте кәңәшсеһе Владимир Барабаш хәбәр итте. Тиҙҙән төҙөлөшкә рөхсәт биреләсәк. Черниковка биҫтәһендәге Ҡулса урамында 20 метрлыҡ фатирлы йорттар төҙөлә башлай.
Фатирҙарҙың хаҡы миллион һум самаһы буласаҡ. Льготалы ипотеканы файҙаланғанда, тәүге иғәнә 200 мең һум тәшкил итәсәк, айлыҡ түләүҙәр 10 мең һумдан артмаясаҡ.
Проектты төҙөүселәрҙең береһе — Өфөнөң Заказ биреүсе һәм техник күҙәтеү хеҙмәте.
Шуны билдәләргә кәрәк: тиҙҙән Өфөлә ипотеканы йылына 7-8 процент менән алырға мөмкин буласаҡ. Быны «Ҡала кешеһе» программаһы күҙ уңында тота.
— Ошо көндәрҙә беҙ рәсми рәүештә программаның башланыуын иғлан итергә ниәтләйбеҙ. Уның буйынса ипотеканы 10 проценттан кәмерәк итеү мөмкин, йәғни бында 7-8 процент тураһында һүҙ бара. Әлбиттә, был бөтәһенә лә ҡағылмай. Граждандарҙың категориялары, түләү ваҡыты иҫәпкә алынасаҡ. Был Рәсәйҙәге пилот проекты. Барыһы ла килеп сыҡһа, Өфө бөтә илгә билдәле буласаҡ, — тине Владимир Барабаш. — Ошо программа ярҙамында Өфө халҡын торлаҡ менән тәьмин итеү һәм баш ҡаланың, төбәктең төҙөлөш баҙарына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре хәл ителәсәк.
Рәсәйҙә дәүләт булышлығындағы ипотека март урталарынан ғәмәлгә инде. Уның буйынса процент ставкаһы 12 проценттан ашмай, әммә төҙөлөүсе торлаҡҡа ғына льготалы заем алырға мөмкин. Ошо программа өсөн дәүләт 20 миллиард һум аҡса бүлә. Иҫәпләүҙәр буйынса, 230 меңдән ашыу ғаилә процент ставкаһы түбән булған ипотека алыу мөмкинлегенә эйә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика