12:03 (UTC+5), 15 Апреля 2015

Урындағы баҙарҙа Башҡортостан етештереүселәренең өлөшө 20 процентҡа кәмене — Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда урындағы баҙарҙа республика етештереүселәренең өлөшө 20 процентҡа кәмене. Был хаҡта Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева Эксперт советы ултырышында белдерҙе.
Зөлфирә Аҡбашева һүҙҙәренсә, төбәктә туҡланыу продукттары хаҡтарына даими мониторинг үткәрелә, яҡын арала ведомство минераль ашламаларға хаҡтар билдәләүҙе тикшерәсәк.
— Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда инфляция алты процент кимәлендә билдәләнде, балыҡҡа, иткә, ҡош итенә хаҡтар артты, — тип хәбәр итте Зөлфирә Аҡбашева. — Шуның менән бергә магазин кәштәләрендә республика етештереүселәренең продукцияһы 20 процентҡа кәмене. Был тәү сиратта сауҙа ойошмаларының сәйәсәтенә, шулай уҡ тауарҙарҙы заказдар урынлаштырыу аша килтереүгә бәйле.
Эксперт советы ултырышында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, эмбарго һалыу арҡаһында урындағы баҙарҙа Благовар, Ҡырмыҫҡалы райондарында етештерелгән һөт продукцияһы, йылҡы ите, Бәләбәй сыры һатыла башланы.
Социаль мөһим продукттарға хаҡтарҙы туңдырыу хаҡында һөйләгәндә, Зөлфирә Аҡбашева хаҡты алдан күтәреү һәм артабан уны ошо кимәлдә туңдырыу осраҡтары асыҡланған тип билдәләне.
Ултырышта ҡайнатылмаған һөт баҙары тураһында ла һүҙ барҙы. «Өфө ҡалаһы һөт заводы» директоры Илдар Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, «һөттөң һатып алыу хаҡтары 22 һумдан 16 -ға тиклем төштө». Шуға күрә продукцияға хаҡтар 10-15 процентҡа кәметелде, әммә был осраҡта ла республика етештереүселәренең продукцияһы Белоруссия продукттарына ҡарағанда ҡиммәтерәк. Шуның менән бергә магазиндарҙа хаҡтар төшмәй.
М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына килгәндә, йомортҡаға һәм ҡатнаш аҙыҡҡа хаҡтарҙың 40 процентҡа артыуы сәбәпле, күркә ите 20 процентҡа ҡыйбатланған. Шуға ҡарамаҫтан, уға ихтыяж кәмемәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика