07:00 (UTC+5), 14 Апреля 2015

Республикала яҙғы баҫыу эштәре башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Башҡортостан игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Баймаҡ районының «Рассвет» ауыл хужалығы кооперативы республикала беренселәрҙән булып күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө. Бында 50 гектар сәсеүлек эшкәртелгән дә инде.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге күҙаллауын иҫәпкә алып, сәсеү эштәренең апрель аҙаҡтарында башланыуы ихтимал. Төп культураларҙы 21 көн эсендә, күп тигәндә 25 майға тиклем сәсеү планлаштырыла. Быйылғы яҙғы сәсеү 2 миллион 46 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ, был былтырғы кимәлгә тап килә. Аграрийҙар алдында эштәрҙе сәсеү майҙандарын кәметмәйенсә башҡарыу бурысы тора.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы сәсеүгә 299 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән, шуның 37 мең тоннаһы — элиталы орлоҡтар. Страховкалау фондына — 29 мең тонна орлоҡ, күсмә фондҡа — 77 мең тонна ужым культуралары орлоғо, 2214 күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һалынған. Был 2014 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика