Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.75
+0.11
90.28
+0.12
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Апрель 2015, 09:36

Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үткәрелә

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса 27 апрелдән 27 майға тиклем республикала дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм ундағы яһалма ҡоролмаларҙа, шулай уҡ юл буйҙарында төҙөкләндереү, санитар-техник хәлде яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ үткәрелә.
Урындағы үҙидаралыҡ органдарына Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығы һәм «Башкиравтодор» предприятиеһы менән берлектә айлыҡҡа әҙерлек буйынса штабтар булдырырға, ремонт бригадаларын ойоштороуҙы тәьмин итергә, асфальт-бетон япмаларҙы, автомобиль юлдарының ташҡын һөҙөмтәһендә емерелгән участкаларын ремонтларға тәҡдим ителде.
Читайте нас