11:00 (UTC+5), 01 Апрель 2015

Республикала «Шихандар» туристик-тергеҙеү паркын булдырыу планлаштырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә барған «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһендә «Шихандар» туристик-тергеҙеү паркы проектының презентацияһы әҙерләнә. Уны Ишембай районында булдырырға ниәтләйҙәр.
— Бер нисә ай буйына әүҙем эш алып барҙыҡ. Ишембай районындағы социаль-иҡтисади хәлде, туристик-тергеҙеү мөмкинлектәрен, уның тәбиғәт ресурстарын тулыһынса өйрәндек. Был парк өсөн перспективалы биләмәне билдәләү маҡсатында эшләнде. Ҡуштау тирәһендә төрлө туристик объекттар: тау саңғыһы комплексы, музейҙар, бәләкәй ҡунаҡханалар үҫеше өсөн инвестициялар майҙансығын булдырырға мөмкин. Парк республика халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине, — тип һөйләне Башҡортостандың Туризм үҙәге директоры Наталья Никольская.
«Шихандар» проекты Ҡуштау тауы һәм Шәкетау карьеры биләмәһен үҙ эсенә ала. Наталья Никольская һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә карьерҙы тергеҙеп, уның урынында асыҡ һауалағы боронғо хайуандар музейын булдырыу планлаштырыла.
Башҡортостандың Туризм үҙәге директоры билдәләүенсә, туристик-тергеҙеү паркы — индустриаль парк менән сағыштырғанда, яңы ойоштороу формаһы.
— Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, ошо проектты ғәмәлгә ашырыу яҡынса өс миллиард һумға төшәсәк. Әммә туристик объекттарҙың инвесторҙары өсөн 10-15 миллион һумдан артмаясаҡ. Был күп инвесторҙар тырышлығы менән төҙөләсәк кластер, — тине Наталья Никольская.
Туризм үҙәге етәкселеге проектҡа дәүләт ярҙамы буласағына өмөтләнә. «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» күргәҙмәһендәге презентациянан һуң парктың проектын махсуслаштырылған эшлекле даирәләрҙә һәм башҡарма власть органдарында тәҡдим итеү планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика