09:56 (UTC+5), 31 Март 2015

Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса программаға 82 миллион һум тотоноласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ағымдағы йылда республикала туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыуға 82 миллион һум тотоноласаҡ. Был хаҡта 31 мартта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов хәбәр итте.
— Быйылғы программа бер нисә тапҡыр ҡыҫҡартылды. Был бюджет аҡсаларын оптималләштереүгә бәйле булды. Атап үтелгән сумманың 57,5 миллион һумы — социаль туризм, 1-2 миллионы туристик объекттарҙың инфраструктураһы (юлдар, электр) үҫеше өсөн бүленәсәк, шулай уҡ алдараҡ тотонолған сығымдар буйынса субсидиялау булыуы ла ихтимал, — тип һөйләне Вячеслав Ғиләжетдинов.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, хәҙер кәрәкле документтар рәсмиләштерелә һәм май айынан программаны тормошҡа ашырыу башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика