10:36 (UTC+5), 19 Март 2015

Ғинуар-февралдә Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе 3,7 процентҡа артҡан, Рәсәй буйынса 0,4 процентҡа кәмегән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә сәнәғәт етештереүе күләме 2014 йылдың ғинуар-февраль айҙарына ҡарата 3,7 процентҡа артҡан. Рәсәй буйынса 0,4 процентҡа кәмегән.
Ике ай эсендә республика предприятиелары һәм ойошмалары 280,2 миллиард һумлыҡ үҙе етештергән тауар тейәгән, үҙ көстәре менән эштәр башҡарған һәм хеҙмәттәр күрһәткән. Был 2014 йылдың ғинуар-февраль күрһәткестәренән 4,9 процентҡа күберәк. Дөйөм күләмдең 70 проценты самаһы сәнәғәт секторы предприятиеларына тура килә.
Ошо осорҙа Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмаларын сығарыу 2014 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 5,3 процентҡа, целлюлоза-ҡағыҙ етештереү, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлеге — 0,6 процентҡа, химия сәнәғәте — 9,4 процентҡа, резина һәм пластмасса әйберҙәр етештереү 17,7 процентҡа артҡан. Металлургия предприятиелары үҫеше 13,4 процент тәшкил иткән. Машиналар һәм ҡорамалдар етештереү — 2,9 процентҡа, электр ҡорамалдары, электрон һәм оптик ҡорамалдар — 2,8 процентҡа, транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү 2,2 тапҡырға күбәйгән.
Башҡортостан сәнәғәт етештереүе үҫеше темптары буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй. Эре сәнәғәт төбәктәре араһында Һамар һәм Нижегород өлкәләре ғинуар-февраль айҙарында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Татарстанда һәм Пермь крайында сәнәғәт етештереүе күләме 2014 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата бер аҙ кәмегән — шуға ярашлы 0,7 һәм 2,9 процент.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика