07:27 (UTC+5), 18 Марта 2015

2015 йылда төбәк бюджеты дефицитын ҡаплауға 8 миллиард һум йәлеп итеү планлаштырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылда Башҡортостан бюджет дефицитын ҡаплауға 8 миллиард һум самаһы йәлеп итеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Финанс министрлығы коллегияһы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Быйыл беҙ бюджет дефицитын ҡаплауға өҫтәмә 8 миллиард һум йәлеп итергә планлаштырҙыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙ Хөкүмәте бурысҡа алыу мәсьәләһен һәр саҡ уйлап хәл итте. Бөгөнгө көндә бурысыбыҙ 24-25 миллиард һум кимәлендә. Иҫәпләүе еңел: 100 миллиард — республикабыҙ бюджеты, тимәк, бюджет күләменән 24-25 процент.
Башҡортостандың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, март баштарына республиканың дәүләт бурысы 24 миллиард 669,2 миллион һум, шул иҫәптән дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙары — 13,1 миллиард һум, бюджет кредиттары — 6,7 миллиард һум, банк кредиттары — 4,4 миллиард һум, дәүләт гарантиялары 0,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика