11:49 (UTC+5), 13 Марта 2015

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу буйынса күҙаллауға төҙәтмә индерҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2015 йылда предприятие хеҙмәткәрҙәрен эштән бушатыу буйынса күҙаллауына төҙәтмә индерелде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
— Уҙған йыл аҙағында эш биреүселәр 9 мең самаһы кеше булыр, тип хәүефләнә ине. Әммә февралдә беҙ яңынан һорау алыу үткәрҙек. 1 мартҡа күҙаллауҙар буйынса, 6,5 мең хеҙмәткәр. Эш биреүселәр тынысланды, персоналды ҡыҫҡартыу буйынса пландарын яңынан тикшереп, ҡыҫҡартыласаҡ хеҙмәткәрҙәр һанын бер ярым тапҡырға кәметте.
Хеҙмәт баҙарындағы хәлдең киҫкенләшеү ихтималлығы шарттарында иҫкәртеүсе саралар күрелә, атап әйткәндә, икенсе һөнәр үҙләштереү программаһы ғәмәлгә ашырыла.
— Ҡыҫҡартыуға эләккән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһын да эшкә урынлаштырырбыҙ тип ышанам. Кешеләргә яңы һөнәр буйынса эшләү мөмкинлектәрен эҙләйәсәкбеҙ. Хәҙер ең һыҙғанып хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа төҙөйбөҙ. Дәүләт аҡсалары ярҙамында кадрҙарҙы һаҡлап ҡалырға әҙер предприятиеларҙы ҙур теләк менән программаға ҡабул итәбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика