Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2015, 14:30

Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы халыҡ-ара сифат конкурсының һайлап алыу турында еңеү яуланы

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы «Иң яҡшы тауарҙар һәм хеҙмәттәр — ГЕММА» халыҡ-ара конкурсының Рәсәй буйынса һайлап алыу этабында еңеүселәр исемлегенә инде.
Улар араһында «Благовещенский железобетон», «Медсервис», «Дионис», «Пластопт», «Декарт» компаниялары, «Дуҫлыҡ», «Сәләмәтлек шишмәһе» шифаханалары, «Волкодав» һаҡ агентлығы бар. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге проекттың рәсми сайтында бирелгән.
Конкурс 2002 йылдан алып үткәрелә. Эксперттар комиссияһы аккредитацияланған лаборатория, ғилми-тикшеренеү институты, күҙәтеү органдары белгестәренән тора. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты һәр төркөм өсөн төҙөлгән анкета системаһы буйынса баһалана.
Читайте нас: