11:33 (UTC+5), 11 Марта 2015

«Башнефть» компанияһының яңы директорҙар советында — Башҡортостан Хөкүмәтенең ике вәкиле

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Сираттан тыш йыйылышта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акционерҙары компания директорҙары советы составын раҫланы.
Уға ун кеше инде. Директорҙар советында Рәсәй вәкилдәре — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев. Уларҙан тыш, составта Росимущество идаралығы етәксеһе Виталий Сергейчук, Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик, «Рәсәй геология йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы президенты Виктор Орлов, «СоюзНефтеГаз» дәүләт-ара нефть компанияһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Юрий Шафраник бар. Бойондороҡһоҙ директорҙар сифатында советҡа KAZ Minerals PLС компанияһының директорҙар советы ағзаһы Чарльз Ватсон, IG Seismic Services PLC директорҙар советы ағзаһы Морис Дижоль һәм Considine Solutions Pty Ltd компанияһы директоры Энтони Консидайн инде.
Акционерҙар ревизия комиссияһы составын да раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика