05:38 (UTC+5), 11 Марта 2015

2035 йылға авария хәлендәге торлаҡ күләме 100 миллион квадрат метрға етәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Эксперттар баһалауынса, алдағы егерме йылда авария хәлендәге торлаҡ күләме 100 миллион квадрат метрға етәсәк. Был хаҡта 10 мартта Стәрлетамаҡта үткән «Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләү проблемалары» Бөтә Рәсәй конференцияһы барышында дәүләт корпорацияһының күҙәтеү советы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды рәйесе Сергей Степашин хәбәр итте. Конференцияла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Константин Цицин, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный ҡатнашты.
— 2012 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡты күсереү буйынса тәжрибәбеҙ бар, — тине Сергей Степашин.
Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы закон проекты әҙерләгән. Хоҡуҡи институт булдырылған, закон үҙ көсөнә ингән. Яңы институтты оҙайлы ваҡытҡа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү проблемаларын хәл итеү өсөн файҙаланыу бурысы тора. Закон проекты аҙ тәьмин ителгәндәргә — социаль найм, ә яҡын арала, айырыуса көрсөк мәлендә баҙар хаҡтары буйынса фатир һатып ала алмаған граждандарға коммерция булмаған найм шарттарында торлаҡ биреүҙе күҙ уңында тота. Милекселәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн киң мөмкинлектәр асыла.
Конференцияла лифт хужалығы мәсьәләләрен дә тикшерҙеләр.
— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды — күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең проблемаларын хәл итеү генә түгел, эшҡыуарлыҡ һәм намыҫлы конкуренцияны үҫтереү сараһы ла. Бынһыҙ тәҡдим ителгән хеҙмәттәр сифатлы булмаясаҡ. Шуныһы мөһим: граждандар ҡултамғалар йыйып, идара итеүсе компанияны алмаштыра ала. Әммә кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусылар араһында рейдерҙар йыш ҙа осрай. Уларҙың маҡсаты — халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеү түгел, ә бизнесты артабан һатып ебәреү, — тип аңлатма бирҙе «ӨфөЛифт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Денис Шәрипов
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика