13:01 (UTC+5), 03 Марта 2015

«Өфө» аэропортында мәғлүмәт туристик киоскыһы асыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. «Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалында мәғлүмәт туристик киоскыһы барлыҡҡа киләсәк. Баш ҡала ҡунаҡтары уның ярҙамында файҙалы, мәҫәлән, республиканың иҫтәлекле һәм туристарҙы урынлаштырыу урындары хаҡында мәғлүмәт аласаҡ. Проектты ойоштороу менән Башҡортостандың Туристик-мәғлүмәт үҙәге шөғөлләнә.
— Мәғлүмәт стендында музейҙарға, туристик экскурсияға йәки маршрутҡа билеттар һатыласаҡ, шулай уҡ ҡунаҡханала урындарға заказ бирергә, Өфөнөң картаһын бушлай алырға мөмкин буласаҡ. Клиенттарҙы инглиз телен белгән кешеләр хеҙмәтләндерәсәк, — тип һөйләне Туристик-мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры Иван Зорин.
Тәүге мәғлүмәт туристик киоскыһы «Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы менән бергә март аҙағында асыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика