Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.53
-0.16
93.37
-1.09
67.32
+0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март 2015, 17:27

Еңеү паркындағы Мәңгелек ут постаменты ремонтланасаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Еңеү паркындағы Мәңгелек ут постаментын ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға тендер дәүләт һатып алыуҙары сайтында иғлан ителгән.
Килешеүҙең башланғыс хаҡы — 4,2 миллион һум. Ремонт ҡала бюджетынан финансланасаҡ. Заказ биреүсе — Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы. Ғаризалар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә, аукцион 2015 йылдың 26 мартында үтә.
Эштәрҙе 2015 йылдың 25 апреленә тиклем тамамлау күҙаллана.
Читайте нас: