04:57 (UTC+5), 02 Марта 2015

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы үҫешәсәк — Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Күмертау авиация етештереү предприятиеһындағы хәлде яйға һалырға кәрәк. Был хаҡта республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
— Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — төбәктә алдынғыларҙың береһе, уның менән шөғөлләнделәр һәм шөғөлләнәсәктәр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Пустовгаров. — «Рәсәй вертолеттары» холдингы етәкселеге лә, Башҡортостан Хөкүмәте лә заводты ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты һүҙҙәренсә, предприятие беренсе тапҡыр ғына ауырлыҡтар кисермәй. Мәҫәлән, 2008-2009 йылдарҙа ла производствола ҡатмарлы хәл килеп тыуғайны.
— Шуға ҡарамаҫтан, проблемалы һорауҙарҙы хәл итеү юлы табылды, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы ваҡытта «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән предприятиела КумАПП етәкселегенең 700 эш урынын ҡыҫҡартырға, Ка-32A11BC вертолеттарын сығарыуҙы — Ҡытайға, ә Ка-226Т вертолеттарын холдингтың икенсе предприятиеһына тапшырырға йыйыныуы тураһында хәбәр таралғайны. Шуға бәйле 28 февралдә ҡаршылыҡ акцияһын ойоштороу билдәләнгәйне.
Быға бәйле «Рәсәй вертолеттары» холдингы вәкилдәре эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Улар республика Хөкүмәтендә, Күмертау хакимиәтендә, профсоюз вәкилдәре, шулай уҡ КумАПП эшселәре менән осрашыуҙар үткәрҙе. Осрашыуҙа митингты үткәрмәү тураһында һөйләшеп килешелде. Был ҡаршылыҡ акцияһында күтәреү күҙалланған мәсьәләләрҙең хәл ителеүенә бәйле. Шулай уҡ предприятиены үҫтереү буйынса берлектә эш итеү юлдары ла билдәләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика