Сирек быуат эшләү дәүерендә
«АгроКомплекс» форумы агросәнәғәт комплексы техникаһы һәм ҡорамалдары, эшкәртеү сәнәғәте һәм туҡланыу продукттары экспозицияһы өсөн ҙур майҙандарҙың береһенә әүерелде. Экспозиция «Ауыл хужалығы техникаһы», «Малсылыҡ», «Ветеринария», «Үҫемлекселек», «Туҡланыу продукттары», «Эшкәртеүсе ҡорамалдар» бүлектәренән тора. Күргәҙмә өс залда һәм «ВДНХ-Экспо» комплексының асыҡ майҙанында уҙа.