Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Февраль 2015, 17:44

Республика халҡы йышыраҡ ипотека ала һәм өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнаша башлаған — «Росреестр»

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. «Росреестр»ҙың төбәк идаралығы билдәләүенсә, 2014 йылда Башҡортостанда ипотека кредиттары алыусылар һаны һәм граждандарҙың өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуҙары артыуы теркәлгән. Был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ведомство башлығы һөйләне.
— 2014 йылда — 71 меңдән ашыу, ә 2013 йылда 67470 ипотека кредиттары теркәлгән. Үҫеш биш процент тәшкил итә. Килешеүҙәр буйынса өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу 19,3 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә страховкалау йәки банк гарантияһы менән тәьмин ителгән килешеүҙәр күберәк, — тип билдәләне Игорь Шеляков.
Әммә ведомство башлығы төбәктә күсемһеҙ милек баҙары үҫеше буйынса күҙаллауҙар бирергә хәүефләнә.
— Хәлде күҙаллау ҡыйын. Көрсөк былтыр уҡ башланды, бәлки, шуның өсөн кешеләр аҡсаларын күсемһеҙ милеккә һалғандыр. Хәҙер бөтәһе лә банктарға бәйле, — тип белдерҙе «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.
Игорь Шеляков билдәләүенсә, ипотека буйынса ғинуар күрһәткестәре уҙған йылдыҡы менән тап килә һәм 1032 килешеү тәшкил итә.
Читайте нас: